Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса уйын-квиз үтте

Тормошта шундай ваҡиғалар осрай: йылдар үтеп, аралар алыҫлашҡан һайын, улар беҙгә тағы ла әһәмиәтлерәк, торған һайын ҡәҙерлерәк була бара. Әйтерһең дә, ошо ваҡиғалар – ер ҡуйынында мең йыл ятып та үҙенең гәүһәрлеген юғалтмаған, бәлки, киреһенсә, яңынан-яңы сағыу ҡырҙары менән тағы ла балҡыбыраҡ ҡына киткән аҫыл таштар инде – күңелдәрҙә һоҡланыу артынан һоҡланыу тыуҙыралар. Бөгөнгө көндә шундай оло ваҡиға – Рәми Ғарипов ижады.

Йыл һайын шағирҙың тыуған көнөндә шәхесебеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алыу гимназияның матур йолаһына әйләнде.
12 февраль 10-сы кластар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына бағышланған квиз-уйын ойошторолдо.

Уйында 6 команда ҡатнашты. Уйын Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр -ҡобайыр, шиғыр менән үрелеп барҙы.
Сарала 10-сылар халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын яҡшы белеүҙәрен иҫбатланы. Әммә ярыш булғас, уның еңеүселәре лә билдәләнә.

Шулай итеп,
I урынды 10Г класы,
II урынды 10Б класы,
III урынды 10Е класы,
“Телһөйәр” номинацияһын 10Д класы,
“Өмөт ” номинацияһын 10В класы,
“Рух һаҡсыһы ” номинацияһын 10Д кластары бүлеште

Һәр класҡа ла шағирҙың фотоһүрәте төшөрөлгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Музыкаль сығыштары өсөн Иҙел Ҡоҙашев, Рөстәм Харрасов, Диниә Сафина, Тимерхан Кәбиров, уйынды ойоштороуҙа ярҙам иткән Әмилә Ғөбәйҙуллина, Линар Ишмөхәмәтов, Арыҫлан Латыпов һәм практиканттарға ҙур рәхмәт. Сара барыһына оҡшағандыр, тип ышанам.

Рәми рухы күңелдә йәшәй икән, милләтебеҙ ҙә йәшәр. Киләсәк быуынға өмөтөбөҙ ҙур. Атасаҡ таңдарыбыҙ ал, килер көндәребеҙ яҡты, донъяларыбыҙ имен торһон!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности