Интернат_гимназияның тарихында был исем алтын хәрефтәр менән яҙылған

Интернат-гимназияның тарихында был исем алтын хәрефтәр менән яҙылған!

Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республикала үҙ эше буйынса иң-иңдәрҙең береһе ул, халыҡ-ара категориялы судья һәм ҙур йөрәкле, киң күңелле кеше.

Рәүеф Ғәзиз улы Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында тыуған. Бәләкәйҙән етем ҡалып, ата-әсә наҙынан мәхрүм булып үҫә. Яҙмыш уны Өфөләге 9-сы балалар йортона алып килә. Бында мөккибән китеп спорт менән мауыға: саңғыла шыуа, йүгерә, бокс менән шөғөлләнә. Физик культура институтына барырға йыйына, ләкин һаулығы насар булыу сәбәпле, хыялын тиҙ генә тормошҡа ашыра алмай. Үҫмер саҡта ҡышҡыһын бер нисә малай менән балалар йортонан ҡасып ҡайтҡанда йөк поезының башында баралар һәм бик ныҡ өшөйҙәр. Табып алған кеше уларҙы туңып үлгән, тип уйлай һәм моргҡа тапшыра. Һуңынан ғына малайҙарҙың тере икәне асыҡлана. Спорт юлы менән барыу мөмкинлеге булмағас, Рәүеф ағай ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. I курста Алма-Атала үткәрелгән бокс ярышында еңеп сыға. Егетте шунда уҡырға өгөтләйҙәр. Күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу форсаты килеп сыға.

Рәүеф ағай ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә ҡалаларҙа булмаһын, тыуған ерен бер ваҡытта ла онотмай. Эшләй башлағас, ауылдарында Оло Теләк йылғаһы аша күпер һалдырта. Оло фажиғәнән һуң шартлауҙан ҡара янған ерҙә өс гектар майҙан ағас ултырта.

Декабрь айында Эҫем йылғаһында батып барған биш баланы ҡотҡара. Ә үҙе дауаханала ғына иҫенә килә. Табиптар: «Үпкәһе туңа башлаған, егет оҙаҡҡа бармаҫ», – тигән фекергә килә. Ләкин Рәүеф ағай бирешеп барғандарҙан түгел, уның күңелендә: «Бирешмәҫкә! Йәшәргә!» – тигән ҡарар тыуа. Ихтыяр көсө ҡотҡара. Ысынлап та, бөтә ауырыуҙарҙы еңеп, оҙон ғүмер кисерә.

1955 – 1956 йылдарҙа уны Дәүләт именлеге комитетына саҡырталар, Куба ерендә хеҙмәт итергә тейеш була. Ризалыҡ биргәндән һуң, Сик һаҡсылары училищеһында махсус әҙерлек үтә. Сит телде өйрәнә, яңы документ бирәләр, хәҙер ул Рауль булып китә. Уларҙы Куба коммунистары етәксеһе Фидель Кастро ҡаршы ала. Совет разведчиктары урмандарҙа ике йыл Куба йәштәрен революцияға әҙерләй. Рауль унда физик әҙерлек буйынса инструктор була. 1959 йылда диктатор Ф. Батиста ҡолатыла, тик совет егеттәре Тыуған иленә тиҙ генә ҡайта алмай. Яңы Кубаны төҙөүҙә ҡатнаша улар.
Советтар Союзына әйләнеп ҡайтҡас, Рәүеф ағай ҡыйынлыҡтарға осрай. Башҡортостанда йәшәргә рөхсәт ителмәй. Өс йыл Ҡаҙағстанда йөрөй, физик культура институтында уҡыта, аспирантураға инә. Ни бары 1966 йылда ғына тыуған яғына ҡайтыу мөмкинлеге тыуа. Земфира исемле һылыуға өйләнеп, Өфөлә Спорт һарайында еңел атлетика буйынса тренер булып китә, 1-се интернат-мәктәптә дәрестәр алып бара.
Үҙ эшенә бик етди тотона Рәүеф Ғәзиз улы. Бер ниндәй сәбәп менән дә физкультуранан азат ителгән кеше булырға тейеш түгел, тип иҫәпләй ул. Бик талапсан була. Дәрестәрҙе тик саф һауала ғына үткәрә. Спортҡа һәләтле балалар менән даими шөғөлләнә. Әлбиттә, эштең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Йүгереү буйынса эстафетала бер юлы 5 – 6 команданы ярышҡа сығара һәм республика буйынса бар булған призлы урындарҙы ала. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына 9 команданы (мәктәптән 150 уҡыу¬сы) старт һыҙығына баҫтыра. Шуларҙың алтауһы иң көслө унау иҫәбенә инә. Был – уникаль күренеш! Еңел атлетиканан ғына түгел, саңғы ярышынан да беренселекте яулай.

Спорт Рәүеф Ғәзиз улының бар булмышын биләй, ул бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнай. Ябай уҡытыусы еңел атлетика буйынса биш СССР, йөҙҙән ашыу Башҡортостан чемпионы тәрбиәләгән. Уның уҡыусылары араһынан 10 спорт мастеры, 40-лап мастерлыҡҡа кандидат, 200-гә яҡын 1-се разрядлы спортсы сыҡҡан.

Үкенескә ҡаршы, Рәүеф Ғәзиз улы күптән беҙҙең арала юҡ. Бөгөн, 15 февралдә Рәүеф Ғәзиз улына 90 йәш тулған булыр ине.

«Шул тиклем ярҙамсыл, изге күңелле кеше ине ул. Беҙгә, әле генә ауылдан айырылып килгән балаларға, Рәүеф Ғәзиз улы атай ҙа, ағай ҙа булды», – тип иҫкә ала уны уҡыусыһы, еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Фәйзулла Ғабдулйән улы Абдрафиҡов.

«Мин интернатта саңғы секцияһында шөғөлләнә торғайным. Күп көс һалып эшләне балалар менән, шуға бик рәхмәтлемен», – ти математика уҡытыусыһы Рәйлә Абдрахман ҡыҙы Юнысова.

Эйе, Рәүеф Ғәзиз улы үҙенең көслө характеры, ғәҙеллеге, абруйы, оло йөрәге менән күптәргә өлгө булып тора.

Гимназияла 2010 йылдан йүгереү буйынса көҙгө кросс ойошторолоп, Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүеф Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности