«Башҡорт энциклопедияһы» эшмәкәрлеге менән танышыу

25 апрель гимназия-интернаттың конференц-залында Башҡортостан Республикаһы «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы фән ужреждениеһының бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишкинина Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы, ғилми мөхәррире Меньжукова Альбина Ғиләзетдин ҡыҙы менән файҙалы һәм мауыҡтырғыс сара үтте.

Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы «Башҡорт энциклопедияһы» эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, “Башҡорт энциклопедияһы”ның электрон варианты менән нисек ҡулланырға өйрәтте. Һүҙлек, белешмә, энциклопедиялар бөгөн иң юғары ихтыяж файҙаланған баҫмалар иҫәбендә. Сөнки улар заман талаптарына ярашлы ҡыҫҡа әммә йөкмәткеле, ә иң мөһиме тиҙ мәғлүмәт бирә.

Альбина Ғиләзетдин ҡыҙы сара һуңында уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы викторина ойоштороп, дөрөҫ яуап биреүселәргә бүләккә башҡортса башватҡыстар тапшырҙы.

Был тормошта йәшәгәндә, эшләгәндә “Башҡорт энциклопедияһы”на инерлек фиҙаҡәрлек, әүҙемлек, тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Уҡыусыларға ла шундай ынтылыш теләйбеҙ!💥

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности