Рәми Ғариповтың тыуған көнө айҡанлы тантаналы линейка

Ҡарлы – буранлы февраль айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, яратҡан шағирыбыҙ, беҙҙең мәктәп сығарылыш уҡыусыһы Рәми ағай Ғариповтың тыуыуына 92 йыл.

Һәр йыл һайын 12 февраль көнө гимназиябыҙҙа шағирҙы иҫкә алыу тантанаһы үткәрелә. Быйыл да Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған Хәтер сараһына мәртәбәле ҡунаҡтар – башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шағирәләре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, беҙҙең уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов премиялары лауреаты, журналист, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли бүлек етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов саҡырылды. Килгән ҡунаҡтар уҡыусыларға нәсихәттәрен еткереп, уҡыуҙа тик алдынғылар рәтендә генә булырға саҡырҙы. Гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов шағир рухына тап төшөрмәй, тыуған илгә, туған телгә тоғро булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ сара барышында уҡыусылар тарафынан шағирҙың шиғырҙары яңғыраны.

Рәми рухы, Рәми һүҙе һәр гимназистың йөрәгендә урын алһын, яңынан яңы уңыштарға саҡырып торһон!

ФЕВРАЛЬ БУРАНЫ
Ышанмағыҙ февраль буранына,
Бер яуыз уй юҡтыр уйында…
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит –
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам…
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам…

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности