Гимназия һылыуҡайы 2023

Гимназия һылыуҡайы 2023
Шаулап – гөрләп ергә яҙ килгәндә, күңелдәргә наҙ тулған мәлдә беҙҙең гимназияла күп йылдар үткәрелеп килеп, матур традицияға әйләнгән “Гимназия һылыуы -2023” бәйгеһе уҙҙы.
Бәйгелә ҡатнашыусылар араһынан туғыҙ ҡыҙ һайлап алынып , әҙерлек эштәре башланды.
Һылыуҡайҙар матур итеп атларға, кәүҙәне дөрөҫ тотарға, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәреслектәренә байҡау яһарға, телмәрҙәре өҫтөндә эшләргә өйрәнделәр.
Ниһәйәт, бәйге көнө килеп етте. Бына беҙҙең һылыуҙарҙан – һылыу  ҡыҙҙарыбыҙ :Алсынбаева Наҙгөл, Ғәббәсова Эльвина, Искакова Элина, Истәкова Сара, Ишбулатова Айгөл, Мөхәмәтйәнова Алһыу, Низамова Розалия, Ниғмәтуллина Юлиә һәм Хабибуллина Камилла. Бәйге ете турҙан торҙо һәм һәр турҙың үҙ шарттары бар ине. Һылыуҡайҙарыбыҙ бөтә һынауҙы ла башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлылыҡ, кәрәк саҡта саялыҡ һәм ҡыйыулыҡтары менән еңел үтеп сыҡтылар. Ләкин бәйге булғас еңеүселәре лә була инде. Абруйлы баһалама ағзалары иң- иңдәр араһынан Гран –приға лайыҡ һәм “Гимназия һылыуҡайы -2023 “ тип 10 в класы ҡыҙы Ғәббәсова Эльвинаны билдәләне. Бәйгелә ҡатнашҡан бер һылыуҡай ҙа иғтибарҙан ситтә һәм бүләкһеҙ ҡалманы, сөнки төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары – бағымсылар бик ҙур матди ярҙам күрһәтте. Бағымсыларыбыҙға эштәрендә уңыштар, рух ныҡлығы, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Матурлыҡ һәм гүзәллек бәйгеһе гөрләп үтеп китте. Һылыуҡайҙарыбыҙға йөрьәт итеп ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, артабан да уларға гел уңыштар ғына йылмайып торһон.
Тәрбиәселәр: Бәхтигәрәйева Фәннүрә Әбделғәзиевна
Ғәбделмәнова Зәримә Исламовна

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности