Бөгөн, 30 март, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернаты ойошторған «Беренсе» олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Бөгөн, 30 март, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернаты ойошторған «Беренсе» олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Республикабыҙҙың барлыҡ ҡала-райондарынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар өс көн дауамында барған олимпиадала башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм математиканан үҙ көсөн һынаны.
6-сы, 7-се һәм 9-сы класс уҡыусылары ҡояш ҡалҡҡас та олимпиадала ҡатнашып, гимназия-интернатының уҡытыусылары математика, информатика, химия, тарих, рус, башҡорт, инглиз телдәре буйынса мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрһә, көндөң икенсе яртыһында балалар милләтебеҙҙең асылын күрһәткән төрлө дәрестәргә ашыҡты. Берәүҙәр шәжәрә өйрәнде, икенселәр туған телдә йырлаштылар. Ҡурай, ҡумыҙ, милли кейемде өйрәнделәр, көрәш, уҡ атыу, журналистика, “Оҫта ҡулдар”, робототехника, авиамоделләштереү, балта оҫталығы дәрестәрендә ҡатнаштылар һәм Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияға барып ҡайттылар.
Һәр кис һайын махсус ҡунаҡтар: Алтынай Вәлитов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, үҙҙәренең концерттары менән ҡыуандырҙы.

Бөгөн тамаша залында өс фән буйынса кластар араһында еңеүселәр билдәләнде.
Олимпиаданың еңеүселәрен һәм призерҙарын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернат директоры Сәлихов Илнур Рифат улы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫарҙары Шөғәйепова Лүзә Хәбир ҡыҙы һәм Шәмсетдинов Азамат Зәкир улы дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән ҡотланылар.
Гимназияға йылдан-йыл иң тырыш, уңған, бөтә яҡтан талантлы уҡыусылар килә һәм, әлбиттә, шундай уҡыусылар был юлы ла бик күп булды. Тамашасаны төрлө райондарҙан килгән һәләтле уҡыусылар сығыштары менән ҡыуандарыҙы.
«Беренсе» олимпиадаһында ҡатнашыусы уҡыусыларҙы тағы бер тапҡыр ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности