Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер…

Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер…
Йыл һайын апрель айының беренсе йәкшәмбеһендә, һутҡа тулышҡан тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә, ер йөҙөндәге иң тыныс, иң серле, ләкин бик кәрәкле һөнәр эйәләре—геологтар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан китапхана залында ғалим-геолог, геология -минералогия фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың, Башҡортотсандың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Басир Мәһәҙиевтың «Хазиналы тауҙарым» китабының исем туйы үтте. Сараға Басир Мәһәҙиевтең тормош иптәше Сәүиә Гәрәй ҡыҙы, ҡаланың китапхана хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар йыйылды. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп гимназия-интеранат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов һүҙ башланы. Һәр яңы китап уңған тәрбиәсе лә, һәйбәт уҡытыусы ла икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошондай матур сараларҙың дауамлы булыуын теләне.
Геолог өсөн һәр бер таш – ул үҙе бер тарих, донъя тарихы. “Ҡайҙа, ниндәй таш тоҡомдары ята, улар нисә миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, ҡасан, ниндәй үҙгәрештәр кисергән?”-тигән һорауҙарға яуапты геолог-ғалим Басир Мәһәҙиевтең китабынан табырға була. Тормош иптәше Сәүиә Гәрәй ҡыҙы, авторҙың васыяты булараҡ ҡулъяҙмаларынан китап сығарыуға өлгәшкән дә инде. Башҡортостан алтыны, йәшмәһе, эзбизташтар тарихы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп, «Хазиналы тауҙарым» китабының буласаҡ геологтар, география дәреслегенә ҡушымта булараҡ әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сараны 10-сы класс ҡыҙҙары Солтанғолова Гөлназ һәм Мөхәмәтова Гөлсинә алып барҙы. Мөхәмәтйәнов Искәндәр башҡарыуында «Тауҙар» (Мостай Кәрим) шиғыры, шулай уҡ геология фәненә ҡыҫҡаса байҡау яһауы кисәне тағы ла тулыландырҙы.

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности