Йыл һайын шағирҙың тыуған көнөндә шәхесебеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алыу гимназияның матур йолаһына әйләнде.
12 февраль 10-сы кластар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына бағышланған квиз-уйын ойошторолдо.
Уйында 6 команда ҡатнашты. Уйын Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр -ҡобайыр, шиғыр менән үрелеп барҙы.
Сарала 10-сылар халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын яҡшы белеүҙәрен иҫбатланы. Әммә ярыш булғас, уның еңеүселәре лә билдәләнә.
Шулай итеп,
I урынды 10Г класы,
II урынды 10Б класы,
III урынды 10Е класы,
“Телһөйәр” номинацияһын 10Д класы,
“Өмөт ” номинацияһын 10В класы,
“Рух һаҡсыһы ” номинацияһын 10Д кластары бүлеште
Һәр класҡа ла шағирҙың фотоһүрәте төшөрөлгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Музыкаль сығыштары өсөн Иҙел Ҡоҙашев, Рөстәм Харрасов, Диниә Сафина, Тимерхан Кәбиров, уйынды ойоштороуҙа ярҙам иткән Әмилә Ғөбәйҙуллина, Линар Ишмөхәмәтов, Арыҫлан Латыпов һәм практиканттарға ҙур рәхмәт. Сара барыһына оҡшағандыр, тип ышанам.
Рәми рухы күңелдә йәшәй икән, милләтебеҙ ҙә йәшәр. Киләсәк быуынға өмөтөбөҙ ҙур. Атасаҡ таңдарыбыҙ ал, килер көндәребеҙ яҡты, донъяларыбыҙ имен торһон!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова