Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион- ара олимпиаданы гимназиябыҙҙа үткәреү матур йолаға әйләнде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион- ара олимпиаданы гимназиябыҙҙа үткәреү матур йолаға әйләнде. Ике көн һуҙымында барған сәмле ярыш телен һөйгән балаларҙы, уҡытыусыларҙы йыйҙы. Быйыл 38-се тапҡыр үткәрелгән олимпиада ҡатнашыусыларҙың күплеге менән айырылды. Был сара уҡыусыларҙың белемен генә тикшереү булманы, ә уларҙың телһөйәр, илһөйәр икәнлектәрен дә иҫбатланы.

Йыл да гимназиябыҙҙың уҡыусылары регион -ара олимпиадала ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра.
Быйыл 11А класы уҡыусыһы Хисаметдинов Ирхан һынатманы, призерҙар рәтендә булды. Остазы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова менән 7-се кластан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө конкурс, конференция, олимпиадаларҙа юғары урындар яулайҙар. Был – ошо йылдарҙағы төплө әҙерлектең нәтижәһе лә.

Рухлы, сәмле, тырыш, талапсан Ирханды һәм етәксеһе Римма Мирсәйет ҡыҙын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да бейек үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ! Афарин!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности