14 ноябрь гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп олимпиадаһы үтте. Бөтәһе 169 уҡыусы ҡатнашты.

14 ноябрь гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп олимпиадаһы үтте. Бөтәһе 169 уҡыусы ҡатнашты.
7-се кластан – 22,
8-се кластан – 29,
9-сы кластан – 42,
10-сы кластан – 49,
11-се кластан 27 уҡыусы үҙ көсөн һынаны.
Улар 1-се турҙа викторина һорауҙарына яуап яҙһалар, 2-се турҙа текст өҫтөндә грамматик эш башҡарҙы, 3-сө турҙа бирелгән тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашты. Бар турҙа ла уҡыусылар һынатманы, үҙ туған телен һөйөүен иҫбатланы. Жюриға еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы.
Шулай итеп, иң -иңдәр һайланды:
7-се кластан – Хажина Розалина (етәксеһе Әминева Л.И.),
8-се кластан – Мөхәмәтйәнов Искәндәр (етәксеһе Алламоратова Р.М.),
9-сы кластан – Сәфиуллина Л.Ф. (етәксеһе Ҡылысова Г.С.),
10-сы кластан – Баязитова Илсинә (етәксеһе Тимербулатова Р.М.),
11-се кластан Хисаметдинов Ирхан (етәксеһе Тимербулатова Р.М.) еңеүсе тип табылды.
Еңеүсе һәм призерҙар әҙерләгән барлыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына – Әминева Л.И. Ҡылысова Г.С. , Тимербулатова Р.М., Шөғәйепова Л.Х., Кайбышева А.Х. рәхмәт белдерәбеҙ.
Уҡыусыларға киләһе ҡала этабында уңыштар теләйбеҙ!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности