Р.Шәкүрҙең “Ынйы бөртөктәре” шиғри китабының исем туйы

10 ноябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының конференциялар залында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең «Ынйы бөртөктәре» шиғри китабының исем туйы үтте. Сара Р.Шәкүр һәм Р.Бикбаев һүҙҙәренә яҙылған Башҡортостандың Дәүләт гимнын башҡарыуҙан башланды.
10 Д класы уҡыусылары – Хәсәнова Нүрзилә һәм Байрамғәлина Гөлнур сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Шағирҙың тормош юлына, ижадына байҡау яһап, шағирҙан күстәнәс – видеоролик ҡаранылар. Рәшит Закир улы гимназистарға дөрөҫ һөнәр һайлауҙың әһәмиәтлелеген, рухлы, сәмле, сәләмәт тормош яҡлы булыуҙарын һәм туған телде һаҡлау бурысын еткерҙе. Хәсәнова Резеда, Ғайсина Рената, Буранғолова Гүзәл шағирҙың яңы китабына тупланған бер шәлкем шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Сара барышында БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов, Рәшит Шәкүрҙең ҡыҙы, сценарист, драматург, прозаик Шәүрә Шәкүрова сығыштарын тыңланы.
БР Милли әҙәбиәт музейы фондынан шағирҙың күргәҙмәһе ҡуйылды. Экспонаттар уҡыусыларҙа ла, уҡытыусыларҙа да ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә Аҡмулланың үҙ ҡулдары менән ҡаҙауһыҙ-ниһеҙ эшләгән китап ҡуйыу өсөн ҡулланмаһы, Р.Шәкүрҙең яҙыу машинкаһы уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Милли әҙәбиәт музейы тураһында һорауҙарға әүҙем яуап биргән балалар М.Ҡаһарманованың автографлы китабы менән бүләкләнде.
Сара шағирҙың киң танылыу алған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры менән тамамланды.

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности