Тантаналы линейка Республика көнөнә арналды

Тантаналы линейка Республика көнөнә арналды
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә арналған тантаналы линейка үтте. Сарала гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин ҡатнашты.
Линейка Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Гимндарын яңғыратыуҙан башланды. Артабан ҡотлау һүҙе менән гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов, сара ҡунағы Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин сығыш яһаны. Данир Әхмәҙи улы үҙенең тормош юлы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Гимназия тормошо, айырыуса тәртип талаптары, уның тормошонда ҙур роль уйнауы тураһында бәйән итте.
Линейка барышында футбол уйынында еңеүселәр миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнде, “Айҙың иң яҡшы класы” билдәләнде. Сара “Рәми” өлгөлө театр студияһында шөғөлләнеүселәр башҡарыуында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡып ишеттереү менән тамамланды.

3

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности