Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер сараһы

Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәми Ғарипов

Бөгөн 1-се Башҡорт республика гимназия – интернатында тел һәм рух һаҡсыһы, халыҡ шағиры, беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер сараһы үтте.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар Башҡортостан хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, шағирҙың балалары Азамат һәм Гөлнара Ғариповтар, Дәүләт думаһының 5-6-сы саҡырылыш депутаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин, Башҡортостан республикаһы архив эштәре идаралығы етәксеһе Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин, Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Рафаил улы Батыршин, гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары, “Ағиҙел” журналының, “Йәншишимә” газетаһының мөхәррирҙәре, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов, Башҡортостан республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Зиннур улы Кәбиров саҡырылды. Шағир рухын иҫкә алыу тантанаһында арҙаҡлы шәхестәребеҙ үҙҙәренең теләктәрен әйтеп, Рәми Ғариповтың ижадының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үттеләр. 9-сы класс уҡыусыһы Байбурин Тимур башҡарыуында Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сара барышында ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында халыҡ моңо үҙенсәлекле аһәң бирҙе. Һуңынан шағирҙың бюсына сәскәләр һалынды. Рәми Ғарипов донъянан иртә китһә лә, халыҡтың шағирға булған мөхәббәте һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә. Уның әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙең күңел донъябыҙҙы яҡтыртып, байытып килә.

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности