Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырыу

Гимназия-интернатта Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырыу йолаһы күптән сағыу байрамдарҙың береһенә әүерелгән. Быйылғы йыл тамашаһында ла, арҙаҡлы шағирыбыҙҙың тормош юлын сәхнәләштереүҙе күреп, шиғырҙарын, көндәлектәрен тасуири һөйләүҙе тыңлап, йырҙарына моңланып, күңелдәр тулды. Сәхнә тултырып ихлас уйнаған, йырлаған, һөйләгән, бейегән гимназистарға ҡарап, киләсәгебеҙ өмөтлө, телебеҙҙе ысын күңелдән яратҡан, шиғриәтебеҙҙе, шәхесебеҙҙе хөрмәт иткән быуын үҫеп килеүенә ҡыуандыҡ. Рухлы сараны ойоштороуға күп көс һалған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева, «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле етәксеһе Әнүәр Хәким улы Шафиҡов, «Аманат» этнофольк төркөмө етәксеһе Рәис Жәүҙәт улы Низаметдиновтарға оло рәхмәттәр еткерәбеҙ.

Сараның икенсе өлөшөндә быйылғы йылда лайыҡлы тип табылған 8 кешегә Рәми Ғарипов премияһы тапшырылды.

Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова – лирик шағирә, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре;

Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

11-се класс уҡыусылары араһынан математика, информатика һәм физика фәндәренән республика олимпиадаһы призеры Раушан Дәүләтшин;

башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһы еңеүсеһе, призеры, спорт алдынғыһы, һүҙ оҫтаһы Ирхан Хисаметдинов;

уҡыу алдынғыһы, олимпиадалар, конференциялар призеры, еңеүсеһе, оҫта бейеүсе Даяна Афзалова;

уҡыу алдынғыһы, регион-ара, республика олимпиадалары, конференциялары еңеүсеһе, призеры Алтынай Ирек ҡыҙы Атанғолова;

уҡыу алдынғыһы, «Рәми» медиаүҙәге етәксеһе, Рәсәй конкурстары еңеүсеһе, һүҙ оҫтаһы Булат Илшат улы Татлыбаевтар премияға лайыҡ тип табылды.

Гимназия директоры И. Р. Сәлихов: “Рәми Ғарипов премияһына лайыҡ булыу – беренсенән ҙур мәртәбә булһа, икенсенән, ул оло яуаплылыҡ, икеләтә тырышып уҡыу, эшләү, намыҫлы булыу тигәнде аңлата», – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, һәр лауреатҡа сәскә гөлләмәләре, бүләктәр тапшырҙы.

Г.С. Ҡылысова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности