Хәрби бурыстарын үтәүҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана бинаһында Совет ғәскәрҙәрен Афған Республикаһынан сығарылыуына 33 йыл, хәрби бурыстарын үтәүҙә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө үтте.

Осрашыу ҡунағы итеп яугир-интернационалист, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе, Рәсәй геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряды командиры Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы саҡырылды.

Осрашыуға килеүсе һәр кем Тимерйән Рәжәп улының  аяныс Афған һуғышы тураһындағы хәтирәләрен ныҡлы иғтибар менән тыңлап, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба алды. «Һеҙ нисек ауыр һуғыш юлдарын үткәндән һуң да, кеше булып ҡала алдығыҙ, тормош юлында юғалып ҡалманығыҙ?» –  һорауына «Һәр кемдең үҙенең эсендә, күңел төбөндә психолог йәшәй, ул һиңә ниндәй юлдан барырға юл күрһәтә, барыһы ла һинең ҡулда, насар юлды һайларға, йә иһә яҡшы юлды һайлап, мохтаж кешеләргә ярҙам итеп, бары тик изгелектәр эшләп йәшәргә» тигән яуап ишеттек.

Шундай оло мәғәнә ятҡан ябай һүҙҙәрҙе  ауырлыҡтар аша тормош юлын үткән, үлем һәм йәшәү алдында һынау тотҡан ҙур шәхестәр генә әйтә алаларҙыр.  Алдыңа килгән ауырлыҡтар, ғәҙелһеҙлек алдында бөгөлөп төшмәүеңә,  бары тик изге эштәр, үҙ фекерең булыуы һәм дә намыҫлы хеҙмәт ярҙам итәсәгенә тағы ла бер тапҡыр инандым. Тормош һабағын үткән кеше генә матурлыҡты, сафлыҡты күрә белеүе, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы менән, тотошонса үҙ булмышы, йәшәйеше  менән  башҡаларҙан айырылып тороусандыр.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности