БӨГӨНГӨ ҒАИЛӘЛӘ БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕНЕҢ РОЛЕ

Ғәбитова Д.С.

Р.Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернаты тәрбиәсеһе

БӨГӨНГӨ ҒАИЛӘЛӘ БЫУЫНДАР БӘЙЛӘНЕШЕНЕҢ РОЛЕ

Ғалимдәр иғтибарынан төрлө сәбәп менән бала таба алмаған ғаиләләр  һәм  киреһенсә, ғаиләләрендә күп бала булғандарҙың да проблемалары ситтә ҡалмай. Табибтар раҫлауынса, һуңғы йылдарҙа тәүге ғаиләләр һаны артҡандан арта бара. Быны йыш ҡына насар экология менән бәйләйҙәр – был дөрөҫтөр ҙә. Тәбиғи ризыҡ урынына төрлө суррогат, антибиотик, гормон, химия ашап үҫкән кешенең түлһеҙ булыуына аптырарға кәрәкмәйҙер. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса  бөгөн яҡынса 10 миллион кеше бала табыуға һәләтһеҙ. Был бик юғары күрһәткес, сөнки ул халыҡтың 15 процентын тәшкил итә. Бөгөнгө шарттарҙа табибтарҙың был һанды үҙ файҙаһына арттырып күрһәтеүе лә ихтимал. Беҙ түлһеҙлектә тик ҡатын-ҡыҙҙы ғына ғәйепләп өйрәнгәнбеҙ. Тикшеренеүҙәр билдәләүенсә түлһеҙлектә ғәйеп тигеҙ бүленә икән: 30 проценты ирҙәргә, 30 проценты ҡатындарға, 30 проценты икеһенә лә тура килә. Тик ҡалған 10 процентты ғына медицина фәне бер нисек тә аңлата алмай: ир ҙә, ҡатын да һаулығы буйынса бала таба ала, әммә ни сәбәптәндер был барып сыҡмай. Ошо 10% хаҡында әҙерәк һөйләшеп алайыҡ.  1977 йылда Бөйөк Британияла беренсе булып эшләнгән ЭКО операцияһы тиҙ арала популярлыҡ яулап алды. Баланы Аллаһы Тәғәлә биргән бүләк тип иҫәпләгәндәр өсөн медицинаның был өлкәгә булған ҡыҫылышы баланы «көсләп» таптыртыуға тиң.  Дин әһелдәре лә быны хуплап бөтмәйҙәр,  яңыраҡ ҡына иудаизм вәкилдәре үҙ ризалығын бирҙе. Әгәр ҙә был Хоҙай эшенә «ҡыҫылыш» була ҡалһа, уның эҙемтәләрен күҙаллауы ла ауыр.

«Бер танышым менән ошо турала һөйләшеп ултырғас, бер ҡыҙыҡ факт асыҡланды. Уның атаһы менән әсәһе эшкә ныҡ бирелеп (совет тәрбиәһе), «бала – ҡамасау» тип йәшәгән. Күп тапҡыр аборт та эшләтергә тура килгән. Балаға булған кире ҡараш уларҙың өс балаһына ла инстинкт һымаҡ бирелгән. Танышым һүҙҙәре буйынса, «ҡан менән күскән». Беҙҙең беребеҙ ҙә бала яратмай, ти ул, уфтанып. Ә иң аянысы – беребеҙ ҙә бала таба алмай. Бының сәбәбе психикала ятҡанын аңлап, психотерапевтҡа ла йөрөйөм”, ти. Уның был һүҙҙәренән һуң иҫемә бер тарих килеп төштө. Бер күп балалы ғаиләлә әсәй кеше үҙ балалары алдында кеше балаларынан гел генә төрлөсә көлөп, мәсхәрә итеп, кәмһетеп «йолҡош», «маңҡа» һ.б. тиер булған. Хәҙер ошо «тәрбиә»не алған бер балаһының да балаһы юҡ.

Үҙҙәре яңғыҙ бала табып үҫтергән  икенсе бер таныштарым малайының ҡатыны бала тапмағас (таба алмағас – кем белһен), айырып ебәртергә мәжбүр иттеләр. Хәҙер 43 йәшлек ир көн дә ата-әсәһенең мыжыуын тыңлап, түҙеп йәшәргә мәжбүр. Уның ата-әсәһе ғәйептең үҙҙәрендә икәнен аңлай алмайҙар: заманында эштәрен яңғыҙ балаһынан өҫтөн ҡуйғас, нишләйһең инде, балаңдан да татлы бала күреү бәхетенән ҡолаҡ ҡағасаҡһың.

Уйлап ҡараһаң, беҙҙең арала ла бала яратмағандар етәрлек. Берәйһенә балаларыңды тейәп килеп төшһәң, берәй нәмәне емереп, ватып, бысратып ҡуймаһындар, ҡунырға ҡалһаң – «балыҡ тотоп» ятмаһындар, тип хафаланырға тотоналар. Бала-саға менән була торған хәл икәне уларҙың башына ла инеп сыҡмай.  Йүргәген йыуырға тура килһә, сирҡанып ҡына резина бирсәткә кейеп атҡара. Ҡунаҡҡа килгәндә  балаға күстәнәс алырға, килгәс тә, уның менән уйнарға, кәрәгендә уның аяғын тоторға ла «баштарына килмәй» уларҙың. Уларҙы барлап сыҡһаң, Хоҙайҙың уларға бала бирмәүен дә шәйләргә була. Был йәһәттән «һәр бала үҙ ризығы менән тыуа» тип әйткәндәре лә дөрөҫтөр. Сөнки уға ризыҡты йыш ҡына бала яратҡан таныштары биреп тора – кемдер күстәнәскә тәм-том, уйынсыҡ,  кемдер бүләккә кейем-фәлән биреп тора.

Был йәһәттән балалар баҡсаһы тураһында ике фекер. Хәҙерге тормошто уларһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ҡала ерендә бигерәк тә. Ғалимдар әйтеүе буйынса, баланың 5 йәшенә тиклем әсәһенән күпмелер ваҡытҡа айырым булыуы уның психикаһына бик насар тәьҫир итә икән: күптәребеҙ баҡсаға барырға теләмәй, ҡысҡырып илаған балаларҙы хәтерләйҙер. Декрет ялын биш йылға тиклем оҙайтып булмағас, бер-бер артлы бер нисә бала табыу үҙ балаларың өсөн күпкә файҙалыраҡтыр. Яңғыҙ үҫкән бала, өйҙә һөйләшергә кеше булмау сәбәпле, ата-әсәһе башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, үҙ телендә һөйләшергә өйрәнмәй – быны беҙ үҙебеҙҙең зыялылар миҫалында күреп беләбеҙ.

Юғарыла балаларҙы патологик рәүештә яратмағандар тураһында һүҙ барҙы. Бәхеткә күрә, үҙенең ғүмерен балаһыҙ күҙ алдына килтермәгәндәр ҙә етерлек. Мин ошо балалар баҡсаһында түбән эш хаҡына риза булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтәм. Башлыса матди шарттар арҡаһында күпләп бала табыу бәхетенән мәхрүм булғас (быға хәҙерге тормош шарттары ғәйепле), улар ошо «тәҡдирҙе» кеше балаһын тәрбиәләүҙә эҙләй һәм таба. Был ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә үҙ ғаиләләрендә лә яҡшы әсәй, килен, ҡатын, өләсәй, ҡәйнә булалар.  Бәғзеләр исем өсөн генә тапҡан берҙән-бер балаһын интернатҡа ебәреүҙе хуп күрә: унда һәйбәт белем алыу уның өсөн һылтау ғына булып торалыр.

Бөгөн йәмғиәттә булған демографик дисбаланс та үҙ йоғонтоһон яһай. «Беҙҙең алдынғы тип иҫәпләнгән гүзәл заттарыбыҙ араһында башлыса ошо даланһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар хакимлыҡ итә. Уларҙың йә ғаиләһе юҡ, йә тарҡалған, ҡыҫҡаһы, ир-егетһеҙ ҡалғандар йышыраҡ осрай. Уларҙың йәше 40-50-нән үткән, йәғни үҙҙәренә ир табырған өмөттәрен өҙгән. Беҙгә ир эләкмәгәс, башҡаларға ла эләкмәһен өсөн улар бар көсөн һала» [Ғәбитов И.М. Башҡорт феминизмы һәм уның зыяны, с. 339].

Рәсәйҙе борсоған демографик проблеманың тағы ла бер «ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс» яғы бар икән. Тыуымдың кәмеүе һуңғы 90 йыл эсендә ейән-ейәнсәрҙәрҙең дә ҡырҡа кәмеүенә алып килгән: ошо ваҡыт эсендә олатай менән өләсәйгә тура килгән ейән-ейәнсәрҙәрҙең уртаса һанының ете тапҡырға кәмегән. Әгәр 1929 йылда 100 өләсәйгә уртаса  542 бала тура килһә, 2019 йылда – ни бары 81 торон-торонса «тәтей». Ысынлап та, хәҙер Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күпләп тыуған кешеләр олоғайғас, илебеҙҙә 1960-1970-се,  1990-сы йылдарҙа тыуымдың аҙ булыуы арҡаһында ошо «йәмһеҙ» нисбәт барлыҡҡа килде лә инде. 2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй халҡының 22,2 процентын (31,7 млн кеше) ололар тәшкил итә. Бөгөн беҙҙә йәмғеһе 146,8 млн кеше йәшәй: шуларҙың 68,1 миллионы – ир-ат, 78,7 миллионы – ҡатын-ҡыҙ. 9 йәшкә тиклем балалар 18 млн, 10 – 19 йәштәгеләре – 14,7 миллион.

Оксфорд университеты ғалимдары әйтеүенсә, олатай менән өләсәйле балаларҙың тәртибендә проблемалар башҡаларға ҡарағанда һирәгерәк тыуа. Был балалар тормош ауырлыҡтарын еңелерәк кисерә, мәктәптә лә, һуңынан да үҙҙәрен контролдә тота беләләр. Улар өләсәһенән үҙҙәренең ата-әсәһенең бала сағы тураһында күберәк мәғлүмәт белешеп, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, башҡа ололар менән дә аралашырға, уларға ихтирам менән ҡарарға өйрәнә. Юҡҡа ғына имләү, ҡот ҡойоу, өшкөрөү оҫталығы башлыса тик өләсәйҙәргә генә бирелмәйҙер. Улар биреп торған фатиха, уҡыған доғалар, теләгән теләктәрҙең дә ҡөҙрәте беҙгә ҙур булышлыҡ итә – быны мин яҡшы тоям. Өләсәйҙәр үҙ сиратында ейәндәренән замана техникаһына өйрәнеп, күңел төшөнкөлөгөнә әллә ни бирешмәй. Нисек кенә тимә, башта беҙҙең беребеҙ ҙә нисек ысын атай йәки әсәй булырға белмәй. Шунлыҡтан бала тәрбиәләгәндә, бигерәк тә тәүгеләрен, беҙ ирекһеҙҙән ниндәйҙер хаталар ебәрәбеҙ. Ә өләсәйҙәрҙең был йәһәттән тәжрибәләре күберәк, улар беҙҙең ошо ебәргән хаталарҙы матур ғына итеп төҙәтеп ҡуя. Быуындар бәйләнеше бер-береһе өсөн бик файҙалы булып тора – өләсәйҙәрҙең дә, ейән-ейәнсәрҙәрҙең дә яҡшы мөнәсәбәте уларҙың ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итә. Ген балаға атай менән әсәйҙән генә  күсмәй, ә бында өләсәй менән олатайҙың да роле бик ҙур икән. Баҡтиһәң, әсәй үҙҙәренең малайының ҡыҙына (ейәненсәренә) гендарының яҡынса 31 процентын, малайының малайына (ейәненә) тик  23 процентын ғына тапшыра икән. Ә уның ҡыҙының малайы менән ҡыҙына гены тигеҙ (25%)  күсә. Ген яғынан өләсәйгә улдың ҡыҙы яҡыныраҡ, ә улдың улы был йәһәттән унан алыҫ тора. Күҙәтеүҙәр ҙә быны иҫбатлай икән.

Ғөмүмән, беҙҙең илдә күптәнән ғаиләгә ҡаршы «һалҡын һуғыш» бара. Халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса һуңғы 20 йылда рәсми никахта торған ғаиләләрҙең һаны 6 миллионға кәмегән, шул уҡ ваҡытта ғаилә төҙөрлөк кешеләрҙең иҫәбе  8 миллионға артҡан. Шул уҡ сериалдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Америка ғалимдары иҫәпләүе буйынса ошо «санта-барбараларҙы» ҡарау арҡаһында һуңғы 20 йыл эсендә Бразилияла 3 миллиондан артыҡ ғаилә тарҡалған, 800 меңгә кәм бала тыуған. Ҡунаҡ никахы, һынау никахы, граждан никахы тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, уларҙы ғаилә тип әйтеп булмай – был никах репетицияһы булып күренһә лә, ысынында ғаиләнән ҡасыуҙы аңлата. Был мөнәсәбәткә инеү – кеше һүҙенән ҡурҡып, ғаилә йораты төҙөп, унан ҡотолоу юлы ғына.

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлеге

  1. Ғәбитов И.М. Башҡорт феминизмы һәм уның зыяны //Материалы VIII Всероссийской научно-практической конференции. 2016. С. 337-342. https://www.elibrary.ru/item.asp?id=26531761
  2. Отдельные демографические показатели («демографические таблицы»). Статистический бюллетень- Уфа: Башкортостанстат, 2020 – 24 с., табл.
0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности