2 декабрҙә башҡорт гимназия-интернатында башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Солтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы менән осрашыу ойошторолдо.
Сараны “Аманат” этно-фольк төркөмө асып ебәрҙе. Һуңынан Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы мең ырыуының халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе, кеше һәм ер араһындағы мөнәсәббәттәре тураһында һөйләне. «Урал-батыр» эпосын һөйләтеү аша сәсәнлек оҫталығына мастер-класс күрһәтте.
Осрашыу төрлө изге теләктәр теләү, бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.
Балалар республикабыҙҙың данлыҡлы шәхесе менән танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалды .
Был кисә гимназия уҡыусыларында халҡыбыҙ тарихына, фольклорына һәм мәҙәниәтенә ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
2 декабрҙә башҡорт гимназия -интернатында Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы
0