Беҙҙең гимназист “Большая перемена” конкурсында

15-17 сентябрь Түбәнге Новгород ҡалаһында “Большая перемена” тип аталған Бөтә Рәсәй балалар конкурсының ярымфиналы үтте. Бында балалар Башҡортостан, Удмуртия, Татарстандан йыйылдылар. “Изгелек эшлә”, “Ижад ит” һәм “Мөһимде һөйлә” тигән йүнәлештә эштәр башҡарып, миллиондан ашыу конкурсант араһынан үткән 6 мең бала рәтендә беҙҙең уҡыусыбыҙ Вәлиева Айгүзәл дә ҡатнашты. Уның һөйләүенсә, беренсе көн конкурсты асыу тантанаһы булһа, икенсе көнөнә софт скилсҡа, йәғни йомшаҡ күнекмәләргә өйрәткәндәр. Өсөнсө көнөнә иң ҡыҙыу эш – кейс сисеү булған. Балаларҙы 10 кешелек командаларға бүлеп, проект темалары биргәндәр. Шулай уҡ үҙ аллы эштәр ҙә башҡарғандар. “Яңы танышыуҙар, яңылыҡтар һәм идеялар биргән был конкурстан илһам, дәрт алдым. Мине әҙерләүгә күп көс һалған уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, – ти Айгүзәл Вәлиева.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности