Беҙ – әрмелә хеҙмәт итергә әҙер!

Быйыл ун беренсе класс уҡыусыларының уҡыу хәрби сборҙары сентябрь айында үтте. Ғәҙәттә был сара май аҙаҡтарында ойошторола. Әммә бөтә донъяны солғап алған коронавирус инфекцияһына бәйле, сборҙар кисектерелде.

Ниһайәт, 8 – 12 сентябрҙә 1-се  Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш кластарында уҡыусы егеттәр өсөн оборона өлкәһендәге башланғыс белемдәргә өйрәтеү һәм хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә әҙерләү буйынса биш көнлөк уҡыу хәрби сборҙары уҙҙы.

Был сараның маҡсаты булып уҡыусыларға автоматты ҡулланыуҙа практик (навыки) биреү, курсанттарҙың йәшәү һәм көнкүреш шарттарын ойоштороу буйынса белемдәрен нығытыу, теҙелеп атлау ысыулдарын үҙләштереү, шулай уҡ инжернер-тактик әҙерләү элементтары менән өс взводҡа бүленде. Взвод командирҙары итеп Азамат Зарипов, Рушан Ғибадатов, Айбулат Әхмәтшин тәғәйенләнде.

Ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында курсанттар өсөн мөһим планлаштырылған бөтә  саралар ойошҡан рәүештә  үтте. Егеттәр был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көтөп алғаны күренеп торҙо. Барыһы ла алдан хәрби костюмдарын, аяҡ кейемдәрен булдырған. Ошо биш көндөң ҡайһы ғына занятиеһын алһаң да, егеттәрҙең күңел биреп, теләк менән шөғөлләнеүен билдәләп үтеү мөһим. Строевой әҙерлек, инженер-тактик әҙерлек, атыу әҙерлеге, ЗОМП занятиеһы булыһынмы, һәр ҡайһыһында улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән  белемдәрен тәрәнәйтеү менән бер рәттән практик күнекмәләр аша нығытты ла.

Сборҙарҙың икенсе көнө тулыһынса тактик учениеға бағышланды. Уҡыусыларҙы тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Тимераз Ҡәнзәфәр улы Йылҡыбаев  учениеның маҡсаттары менән таныштырып, уҡыусыларға окоп ҡаҙыу бурысы ҡуйҙы. Һәр егет үҙ кәүҙәһенә ярашлы окоп соҡоно. Улар был эштә ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, егәрлек сифаттарына эйә булыуын иҫбатланы. Урманда ойошторолған тактик учениеның иң мауыҡтырғыс мәле булып диверсанттарҙы табыу булғандыр, моғайын. Урман һыҙатында ҡасҡан “шпиондар”ҙы эҙләп табып, ҡулға алыуҙа һәр кем әүҙемлек күрһәтте.

Хәрби сборҙарҙың йомғаҡлау этабы булып  строй менән үтеү булды. Парадты гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов ҡабул итте. Йәш хәрбиҙәр туры сафтарҙа йыр менән ныҡлы аҙымдар менән уҙҙы.

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Рәсәй армияһы сафтарында тоғро хеҙмәт итеүгә әҙер. Улар Тыуған илебеҙ алдындағы мөҡҡәдәс бурысын намыҫлы үтәр.

Афарин, егеттәр!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности