Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ижади саралар йыш уҙғарылып тора. Ошо сараларҙың араһында иң көтөп алғандарының береһе – “Гимназия ынйылары”.
Концертта ҡатнашыусылар һәр береһе уникаль һәләткә эйә: кемдер өҙә баҫып бейей, кемдер яҙғы һандуғастай моңло итеп йырлай, кемдер һыҙҙырып башҡорт халҡының милли инструменты – ҡурайҙа уйнай. Йәш артистарға сараны йәмләгән өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.
Рухлы, матур байрам бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларға гимназистар оло рәхмәт белдерә.
0