Гимназияның яңы Президентының инаугурацияһы үтте

Ноябрь айында гимназиябыҙҙа һайлап алыу кампанияһы үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса гимназиябыҙ президенты итеп Татлыбаев Булат һайланды.
Бағышлауҙа гимназиябыҙҙың 2021-2022 йылдың президенты Хәлилова Динара гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, сараларҙы ойоштороп, гимназияны тәртиптә тотҡан командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Аҙаҡ һүҙ яңы президентыбыҙ Татлыбаев Булатҡа бирелгәс, ул үҙенең ярҙамсылары, министрҙары менән таныштырҙы, гимназияның артабан үҫешенә йоғонто яһарға, уны яҡшыртырға ант бирҙе. Ярҙамсыларға килгәндә, улар гимназияла бик күп. Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ни тора. Һайлауҙар ойошторғанда уларҙың әһәмиәте шаҡтай ҙур булды, ҮҺК булдырған ғәҙеллек гимназистарға ысынлап яҡшы президентты һайларға ярҙам итте.
Президентҡа өс кандидат: Юлғотлина Ләйлә, Көмөшбаев Ильяс, Татлыбаев Булат үҙҙәренең программаларын яҡлап сығыш яһаны. Араларынан һайланып алынған Булат Илшат улына ышанып, ауыр һәм яуаплы вазифаһында уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности