Тантаналы линейка Республикабыҙ көнөнә арналды
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә арналған тантаналы линейка үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Фәтҡуллин Илһам Зөфәр улы, “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы директоры Солтанморатов Илгиз Замфир улы ҡатнашты.
Линейкала гимназияның Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө «Урал» яңғыраны. Тантаналы линейка уҡыусыларҙың патриотизм тойғоһон, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны.
1+