Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернат уҡыусылары Ғафури районында сәйәхәттә!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернат уҡыусылары Ғафури районында сәйәхәттә!
Башҡортостан Башлығы грантына күптән түгел “Башҡорт телен өйрәнәм” мәғариф һәм мәҙәни туры бойомға ашырыла башланы. Ул башҡа туристик сараларҙан йәш быуында туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү һәм ихтирам уятыуҙы, туған телде белеүҙе камиллаштырыуҙы төп маҡсат итеүе менән айырыла.
Тур программаһы буйынса уҡыусылар билдәле башҡорт ғалимы, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуған ауылында Ҡаранйылғала урынлашҡан йорт-музейында, Сәйетбаба ауылында һәм Ташаҫты ауылы эргәһендәге Уҡлығая итәгендә урынлашҡан “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексында булды. Уҡ атыу, башҡорт халыҡ инструменнтары буйынса мастер-класс ойошторолдо.
Республикабыҙҙың матурлығына һоҡланып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәти экскурсияла булыуыбыҙға шатбыҙ!

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности