«Дебют» мәктәп театр фестивале – 2024!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында «Дебют» мәктәп театр фестивале икенсе тапҡыр уҙғарыла.

Мәктәптә театр эшмәкәрлегенең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, сөнки сәхнәлә тороу һәләте, үҙ-үҙеңә ышаныу, телмәр мәҙәниәте һәм ораторлыҡ сәнғәте, хәтер һәм фантазия үҫеше, үҙ-үҙеңде баһалауҙы арттырыу кеүек төшөнсәләр менән айырылғыһыҙ бәйле. Шуға күрә фестивалдә ҡатнашыуға мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы йәлеп итеү мөһим.
Сағыу костюмдар, декорация, биҙәлеш – барыһы ла уйланған. Балаларҙың сәхнәлә үҙҙәрен килешле, иркен тотоуы, геройҙарын дөрөҫ интонация менән һөйләштереүе уларҙың театр сәнғәтен үҙ итеүе тураһында һөйләй. Был күмәк ижад синыфташтарҙы берләштергәне, ҡыйыуыраҡ иткәне лә күренә. Шуныһы ла мөһим: бөтә класс менән ҡатнаштылар, бер бала ла ситтә ҡалмай.

7а класы Сәрүәр Суринаның «Алтын балта», 7б – Якоб, Вильгельм Гриммдың «Бремен музыканттары», 7в класы Гөлнара Мостафинаның «Сынығырға ваҡыт»,7г- Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», 7д – Алтынай Буринаның “Шүрәле”, 8а класы уҡыусылары Алтынай Буринаның Шарль Перроға эйәреп “Золушка” әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте. Режиссерҙар- класс тәрбиәселәре.

“Дебют” мәктәп театр фестивалендә ҡуйылған спектаклдәрҙең режиссёрҙары, тәрбиәселәр Абдулова Фәйрүзә Арыҫлан ҡыҙы, Иҫәнғолова Элвира Фәнис ҡыҙы, Өмөтбаева Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы, Әминева Рәйлә Әхтәм ҡыҙы, Ғафарова Зилә Мәжит ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды, фестиваль ойоштороусылары Ҡыуатова Әлмирә Шәриф ҡыҙы, Кейекбирҙина Шәүрә Шәһит ҡыҙы, тәрбиәсе Бикмуллина Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Проекттың етәксеһе – белем усағының директоры Илнур Сәлихов
авторы – режиссёр Әлмира Ҡыуатова
продюсеры – Шәүрә Кейекбирҙина.

Киләсәктә фестиваль тағы ла күберәк сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштерһен!

#беренсе
#БРГИ

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности