Гимназия һылыуҡайы -2024

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-инетрнатында «Гимназия һылыуҡайы-2024» конкурсы йыл да матур яҙ айына тура килә.
Береһенән-береһе һылыу ун ҡыҙ башҡорт телен, башҡорт милли аштарын һәм мәҙәниәтен белеү өлкәһендә, ижади сығыш һәм башҡа алты этапта үҙ көстәрен һынап ҡараны. Барлыҡ этаптарҙа ла һылыуҡайҙар һынатманы. Жюри ағзаларына иң-иңен һайлап алыуы еңелдән булмағандыр, сөнки ҡыҙҙар йыр-бейеүгә, думбырала уйнауға ла бик маһир, йор һүҙле булып сыҡтылар. Жюри ағзалары биргән һорауҙарға тапҡыр яуап бирҙеүҙәре менән айырылып торҙолар .
Бәйге булғас, уның еңеүселәре лә була, быйыл урындар түбәндәге номинациялар буйынса ошолай билдәләнде:
«Иң сая һылыу» – Камилла Әбүбәкерова,
«Иң өмөтлө» – Флорида Сәйәхова,
«Иң һомғол» – Камилла Ғүмәрова,
«Иң ижади һылыу» – Гөлдәр Мофазалова,
«Сәсән телле һылыу» – Нурзилә Хәсәнова,
«Иң наҙлы» – Зәлиә Бикбова,
III урын – Диниә Сафина,
II урын- Ләйсән Ханафина,
I урынға- Азалия Шаһбалова,
Гран-при – Камилла Боровик.
Ҡотлайбыҙ!
Һылыуҡайҙарға дипломдар, сәскәләр төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусылары һәм бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Ҡыҙ кеше сәскә кеүек саф та, матур ҙа, наҙлы ла. Был матур конкурс барыһының да күңеленә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте. Һылыу, матур маҡсатлы ҡыҙҙарға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности