III федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы

1 март башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса III федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы уҙҙы. Бөтәһе 809 уҡыусы ҡатнашҡан бәйгелә 359-ы яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән. Олимпиаданы Өфө фән һәм технологиялар университеты ойоштороп үткәрҙе.
Был федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабына гимназиябыҙҙың 43 уҡыусыһы үтте.
Уларҙың 40-ы һынау тоторға барҙы.

Сараны асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, университет проректоры Илгиз Ҡәҙерғолов ҡатнашты. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина олимпиада еңеүселәренең Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән осраҡта бер йыл буйы яҡшы стипендия аласаҡтарына айырым туҡталып үтте. “Уның күләме – 58 мең һум. Бындай түләү бер төбәктә лә юҡ, иң күбе – 10 мең, – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы. – Туған телгә һөйөүҙәре һүрелмәһен балаларҙың, уны артабан да үҫтерһендәр!”

Уҡыусылар олимпиада эшләгән мәлдә, гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминева Лилиә Искәндәр ҡыҙы уҡытыусылар өсөн үткәрелгән семинарҙа сығыш яһаны.

Барлыҡ ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙға федераль олимпиадала уңыштар теләйбеҙ! Афарин! Һәр саҡ шулай телһөйәр, илһөйәр булып ҡалығыҙ.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности