ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН КЕШЕ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР

Гимназияла февраль айы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ун көнлөк – Тел байрамы осоро. 12 февралдән 21 февралгә тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары асыҡ дәрестәр, иҫтәлекле осрашыуҙар, фәһемле саралар үткәрҙе.

Декада Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған Хәтер сараһы менән башланып китте. Быйыл сарала мәртәбәле ҡунаҡтар – башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шағирәләре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, беҙҙең уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов премиялары лауреаты, журналист, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли бүлек етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов ҡатнашты. Килгән ҡунаҡтар шағир менән булған хәтирәләре менән бүлеште, уҡыусыларға кәңәштәрен еткереп, уҡыуҙа тик алдынғылар рәтендә генә булырға саҡырҙы. Тантаналы линейканы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.И.Әминева үткәрҙе.

Йыл һайын шағирҙың тыуған көнөндә шәхесебеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алыу гимназияның матур йолаһына әйләнде. 12 февраль 10-сы кластар өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына бағышланған квиз-уйын ойошторолдо. Уйында 6 команда көс һынашты. Сара Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йыр-ҡобайыр, шиғыр менән үрелеп барҙы. 10-сылар халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын яҡшы белеүҙәрен иҫбатланы. Уйында I урынды 10Г класы, II урынды 10Б класы, III урынды 10Е класы, “Телһөйәр” номинацияһын 10Д класы, “Өмөт ” номинацияһын 10В класы, “Рух һаҡсыһы ” номинацияһын 10Д кластары бүлеште. Һәр класҡа ла шағирҙың фотоһүрәте төшөрөлгән иҫтәлекле бүләктәр, Дипломдар тапшырылды. Квиз-уйынды башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М. Тимербулатова ойоштороп алып барҙы.

Рәми рухы, Рәми һүҙе һәр гимназистың йөрәгендә урын алһын, яңынан яңы уңыштарға саҡырып торһон!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.С.Ҡылысова, А.Х.Кайбышева үткәргән асыҡтар дәрестәрҙе практиканттар, ингән коллегалар, мәктәп администрацияһы юғары баһаланы. Улар туған телде өйрәнеүҙең әһәмиәтен билдәләп, башҡортса һөйләшеүҙе популярлаштырыу буйынса алып барылған бөтә эш төрҙәре менән бүлеште. Коллегаларҙың заманға ярашлы, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яуап биргән, предмет-ара бәйләнеш булдырған бай йөкмәткеле, өлгөлө дәрестәре барыһына оҡшаны, бигерәк тә практиканттар өсөн фәһемле булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгөндә уҡыусыларға билдәле шәхестәр, ғалимдар менән осрашыу бәхете тейҙе. Шуларҙың береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернатының сығарылыш уҡыусыһы, драматург, журналист, тәржемәсе, сценарист, балалар яҙыусыһы, Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы менән 8г,8д кластарында осрашыу үткәрелде. Сараны Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова ойошторҙо. Әҙибә ҙур ихласлыҡ менән ижад серҙәрен уртаҡлашты, тормош тәжрибәһен һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уҡыусылар яҙыусының китаптарын алып ҡыуанды.

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған музей дәресендә 10г, 10д класы уҡыусылары ҡатнашты. Сараны Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт – музейы мөдире – филология фәндәре кандидаты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова һәм ошо музейҙың ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Роза Диас ҡыҙы Хөснуллина йәнле алып барҙы.

“ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР” тигән темаға әҙәби-мәҙәни сарала уҡыусылар үҙҙәренә бик күп яңы мәғлүмәт алып, туған телде белеү, ҡәҙерләү мөһимлеге тураһында фекер алышты.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “Мостай Кәрим эҙҙәре буйлап” тип аталған студент-практиканттар тарафынан үткәрелгән 7-8-се кластар өсөн квиз-уйын да бик матур үтте. Уҡыусылар яҡшы әҙерләнеп килгәндәрен күрһәтте, шағирҙың әҫәрҙәрен белеүҙәре буйынса белемдәрен һынаны.

19 февраль көнө Халыҡ – ара туған телдәр көнөнә арналған, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Ҡалмыҡ республикаһының мәғарифты үҫтереү институты ойошторған “Туған телдәрҙе һәм халыҡ мираҫын өйрәнеүҙә заманса белем биреүҙең роле” тип аталған регион-ара форумда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева менән Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәрова ҡатнашты. Форум ике платформала үтте. Беҙҙең уҡытыусылар “Белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙа актуаль проблемалар” платформаһында “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә “Урал батыр” эпосының роле” доклады менән сығыш яһанылар. Сығыштан һуң фекер алышыуҙар булды. Халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһы Рәсәй туған телдәре уҡытыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алламоратова Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетында “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү арауығында башҡорт теле” IX Халыҡ-ара фәнни-методик конференцияһында ҡатнашты һәм пленар ултырышта “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә М. Кәрим трагедияларын яңы мәғәнәүи-художестволы ҡараштан интерпретациялау” тигән тема буйынса сығыш яһаны. Конференция Рәсәй, республика полилингваль белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, тәрбиәселәре өсөн ойошторолған ине һәм бик һөҙөмтәле аралашыу булды.

Гимназия китапханаһы тарафынан туған тел көнөнә шулай уҡ күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусылар ҙур ихласлыҡ һәм теләк менән күргәҙмә материалдары менән ҡулланды.

Бар үткәрелгән саралар туған телебеҙҙең матурлығын күрһәтте, уны белеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Туған телдең кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләүен оноторға ярамай. Һәр граждандың үҙ иленең патриоты булыуы, телде хөрмәтләүе лә уның үҫешенә булышлыҡ итә. “Телде үҫтергән—илде үҫтерер”, ти халыҡ мәҡәле. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.

Яҡынлашып килгән барлыҡ байрамдар менән ихлас ҡотлайым!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының берекмә етәксеһе Р.М.Тимербулатова.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности