Гимназия-интернатында даими рәүештә донъя күргән «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитенең тарихы бай һәм сағыу.

Гимназия-интернатында даими рәүештә донъя күргән «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитенең тарихы бай һәм сағыу.

Мәктәп ойошторолған осорҙа «Молния» тип аталған стена гәзите донъя күрә, уны комсомол ойошмаһы сығара. Һуңыраҡ «Сигнал» ҡулъяҙма журналы барлыҡҡа килә, уның мөхәррире, яҙыусы авторы, рәссамы уҡыусы Рәми Ғарипов була. Шулай итеп, ул мәктәптә ҡулъяҙма журнал сығарыу традицияһын башлап ебәрә, бер нисә һанын сығарыуҙа төп эштәрҙе үҙе башҡара, башҡаларҙы ла ылыҡтыра. Уҡыусылар араһында шиғыр яҙыусылар күбәйә, Рифғәт Алғушаев, Хәниф Сафаров һымаҡ һәләтлеләре лә күренә. Әлеге ваҡытта был журналдың бер нисә һаны Рәми Ғарипов исемендәге кабинет-музейҙа һаҡлана.

1999 йылда уҡытыусылар башланғысы менән «Баҫҡыстар» исеме аҫтында мәктәп гәзитенең тәүге һаны сыға. 2003 йылға тиклем административ-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Д.М.Хәйретдинов уның мөхәррире була. Редколлегия составына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.Ф.Шаһиева, информатика уҡытыусыһы А.А.Насирова инә. 2007 йылдан алып хәҙерге исеме аҫтында сығарыла. Гәзиттең даими рубрикалары: «Аҡ ҡауырһын», «Директор һүҙе», «Һүҙ – яңыларға», «Гимназия яңылыҡтары», «Сығарылыш уҡыусыһына – ярҙамға», «Психолог кәңәше».

Редколлегияның әүҙем ағзалары араһында А.Х.Кайбышева, Г.С.Ҡылысова, Р.М.Тимербулатова, Л.И.Әминева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ф.Ҡотлогилдина бар. Бөгөн «Интернатым – пар ҡанатым» гәзитен сығарыусылар – «Аҡ һауырһын» ижади түңәрәге ағзалары (етәкселәре А. Х. Кайбышева, Г.С.Ҡылысова). Кәрәкле материалды туплау, әҙерләү, фотоға төшөрөү, интервью алыу, сараларға йөрөп, репортаж әҙерләү, шымартыу эштәрен тулыһынса уҡыусылар башҡара. Башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан был гәзиттең һәр һанын барыһы ла көтөп ала. Әүҙем ижад иткән уҡыусылар тәүге мәҡәләләрен, шиғырҙарын тап ошо гәзиттә баҫтыра, ҡәләмен шымарта, уларҙың күбеһе артабан Башҡорт дәүләт университетының һәм Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты студенттары булып китә.

Ғөмүмән, гәзит байтаҡ уҡыусыларҙың һөнәр алыуына, киләсәк яҙмышына етди йоғонто яһаны тип әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, Ғ.Дәүләтшин 2013 йылда Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетында уҡып сыҡты. Ф.Миһранова М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын, Ф. Юнысова Рәсәй дәүләт университетының гуманитар факультетын тамамланы. Г.Илембәтова «Крит – 2010» Бөтә Рәсәй конкурсының “Нәшриәт проекты” номинацияһында лауреат булып, 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ураниә Вәхитова һәм Илиза Имашеваның гимназияла уҡыған ваҡытта уҡ шиғырҙар йыйынтығы сыҡты, хәҙер ҙә әленән-әле матбуғатта шиғырҙары баҫылып тора. Ураниә иһә сит ил авторҙарын да тәржемә итә. Айзирә Шәйхетдинова, Зәриә Моратова, Лидиә Динмөхәмәтова «Аманат» журналы, “Йәншишмә” гәзитенең «Йәш хәбәрсе» лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Әлеге ваҡытта Искәндәр Мөхәмәтйәнов, Сара Истәкова, Диниә Сафина, Мәҙинә Хәмиҙуллина, Гөлназ Солтанғолова, Заһиҙә Хәмитова, Лиана Исхаҡова кеүек әүҙем ижадсыларҙы билдәләп үтергә мөмкин.

Абруйлы гәзиттең киләсәге яҡты, өмөтлө, һәм уҡыусыларыбыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер тибеҙ, сөнки беҙҙең гимназияға уҡырға килгәндәр араһында шиғриәт яратҡан, әҙәбиәтте һөйгән, һөнәрен журналистика өлкәһе менән бәйләргә теләгән уҡыусылар бар, тик уларҙы ваҡытында күрергә, үҫтерергә кәрәк.

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности