Булат Солтангәрәев исемендәге премия тапшырыу тантанаһында – беҙҙекеләр!

8 ноябрҙә «Башҡортостан» концерт залында Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. «Йәшлек» гәзите  ойошторған һәм йыл һайын уҙғарған Булат Солтангәрәев исемендәге премия-  уҡыусы йәштәр араһындағы ижади конкурс ул. Был конкурс ижади йәштәрҙе асыҡлауға һәм һәләтле журналистар һәм яҙыусыларҙың яңы быуынын үҫтереүҙә нигеҙ булып тора.

Быйылғы конкурсҡа Искәндәр Ғарипов менән Рәсүл Ғазаҡов тыуған ауылдары эргәһендәге ер-һыу атамаларына мәҡәләләр ебәрҙе. Улар ошо эштәрендә тау, шишмәләр, убаларҙың исеме нисек ҡилеп сыҡҡанлығы йәки нилектән улар шулай аталауы тураһында һөйләне.

Һөҙөмтәләр бик ныҡ ҡыуаныслы. Рәсул Ғазаҡовтың эше “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе тип табылды һәм уға диплом менән иҫтәлеккә Болат Солтангәревҡа арналған китаптар тапшырылды.

Искәндәр Ғариповтың “Нурый бауай шишмәһе” мәҡәләһе Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына лайыҡ булды. Ошо конкурста ул икенсе урын яулап, уға 5 мең һум премия тапшырылды.

Ошо конкурстар уҡыусыларҙы тыуған яҡтың тарихын белергә өйрәтә, башҡорт халҡының легендаларға, риүәйәттәргә бай ижадын арттыра, балаларҙың рухи байлығын үҫтерә. Был йүнәлештәге эш һәр кемдә кесе ватанына һөйөү тәрбиәләй.

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности