“Мин еремде маҡтап туймамын..”

25 октябрь гимназиябыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге республика премия лауреаты, халҡыбыҙҙың рухи ҡөҙрәте, оло талант эйәһе, ғәжәйеп кеселекле шәхес Мостай Кәримдең тормошо һәм ижадына бағышланған «Мин еремде маҡтап туймамын..» тип исемләнгән хөрмәт һәм хәтер кисәһе үтте. Кисәгә махсус ҡунаҡтар – Мостай Кәрим исемендәге фондтың етәксеһе, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова, Кәримовтарҙың ғаилә дуҫы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова саҡырылды.
Ысын шиғриәт бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Мостай Кәримдең һүҙе төрлө йылдарҙа республиканың хәл иткес мәлдәрендә, халҡыбыҙҙы алға әйҙәп, оран кеүек яңғыраған һүҙҙәре, тыуған ил, милләт тураһында борсолоуҙары, мөхәббәт, ғаилә, дуҫлыҡ, ватан кеүек рухи ҡиммәттәр хаҡындағы уйланыуҙары менән уның ижады бөгөнгө көндә лә актуаль.
Йыр-моң, бейеү һәм шиғыр менән һуғарылған сараны Афзалов Заһир, Байбурин Тимур, Халикова Зилиә, Хисаметдинов Ирхан, Йолғотлина Ләйлә, Йылҡыбаев Ильяс, Кучаев Вадим, Татлыбаев Булат, Афзалова Даянова, Шәмсетдинов Вилдан, Ситдыҡов Илназ, Ҡудашев Иҙел, Сафина Диниә, «Гәлсәр» вокал коллективы (етәксеһе Светлана Радик ҡыҙы Хисаметдинова) йәнләндерҙе. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Юнир Һағынбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Бейеш» залдағыларҙың күңелен арбап моң даръяһында бәүелтте. Сәхнәләштерелгән образдар: Салауат, Прометей, Әсғәт, Тәңкәбикә, Айгөл, Мәрәһим, Аҡйондоҙ тамашасы күңеленә үтеп инеп, Мостай Кәримдең ижадына, шәхесенә тағы ла ғашиҡ иттерҙе, хөрмәт уятты, уйландырҙы..
Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәр сығыш яһаусының ысын күңелдән, шағир ижадын тәрән тойоп шиғыр һөйләүен, гимназистарҙың тырыш, ғилемле, китап менән дуҫ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм шул кимәлде юғалтмауҙарын теләне.
Хәтер кисәһендә Мостай Кәримдең тормошона, ижад юлына ҡағылышлы слайд-шоу, «Оҫта ҡулдар» түңәрәге әҙерләгән “Мостай миҙгеле», китапхана тарафынан ойошторолған күргәҙмәләр биҙәк өҫтәне.
Сараны ойоштороп сәхнәгә сығарыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡылысова Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы, Яхина Миңзәлә Ғәббәс ҡыҙы, Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы, Кейекбирҙина Шәүрә Шәһит ҡыҙы ҙур тырышлыҡ һалған. Мөхәмәтйәнов Искәндәр һәм Таһирова Зилиә уны йәнле итеп алып барҙы.
Гимназия-интернат коллективы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры етәкселегенә сраны үткәреүҙә ихлас ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтен белдерә.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности