27 сентябрҙә беҙҙең гимназиябыҙҙа Салауат драма театры Нәркәс Йомағужина иҫтәлегенә арналған май айында сыҡҡан   “Яҙмыш математикаһы  йәки 1+1=3” спектакленең  премьераһын күрһәтте.

27 сентябрҙә беҙҙең гимназиябыҙҙа Салауат драма театры Нәркәс Йомағужина иҫтәлегенә арналған май айында сыҡҡан   “Яҙмыш математикаһы  йәки 1+1=3” спектакленең  премьераһын күрһәтте. Пьесаның авторы, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова  онкология сире менән һуңғы көнгә тиклем көрәшкән,  ваҡытһыҙ киткән балалар Раян Әхмәҙиев менән Фәнгиз Сәғитовҡа бағышлаған. Спектакль заманса итеп ҡуйылған, режиссерҙың, хореографтың көслө эше һиҙелә. Гимназистарҙың тамашаны тын да алмай ҡарап ултырыуы һоҡландырҙы. Тимәк, улар тормошта иң ҡиммәтлеһе ғүмер икәнен, бер-береңә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклеген аңлаған. Тамаша бик тулҡынландырғыс булды,  тормоштоң һәр мәлен ҡәҙерләргә, уны яратырға, мөмкин тиклем күберәк изгелек эшләргә  өйрәтте.   Спектаклдең аҙағы бик аяныслы тамамланды. Яҡты донъя менән хушлашҡан малай ҙа, бала ҡайғыһынан бер тынала сәстәре ағарып сыҡҡан әсә, хатта тәү ҡарашҡа бәғерһеҙ күренгән Карина ла йәл булды,  ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр аҡты.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности