22 сентябрь уҡыу йортобоҙҙа  гимназистар сафына алыу тантанаһы булып үтте.

22 сентябрь уҡыу йортобоҙҙа  гимназистар сафына алыу тантанаһы булып үтте.

Сара  8 д класы уҡыусыларының сығышы менән  башланып китте.

7а класы (тәрбиәселәре Абдулова Ф.А.) ауылда  «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыны уйнап йөрөгән шаян ҡыҙҙар һәм малайҙар  етди гимназистар булып китеүҙәрен сәхнәләштерҙе.

7б  класы  уҡыусылары (тәрбиәселәре Иҫәнғолова Э.Ф.) иһә үҙҙәре менән  таныштырыу өсөн Алтынай Вәлитовтың халыҡ араһында киң таралған «Башҡорт сәй эсә» йырын һайлағандар, залдағылар ҙа уларға ҡушылып йырланы.

7в  класы (тәрбиәселәре Өмөтбаева Р.Р.) сығыштарын бөйөк шағир- сәсән, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың  “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғыры менән башлап ебәрҙе, «Башҡортостан» йыры менән тамамланылар.

7г класы уҡыусылары (тәрбиәселәре Әминева Р.Ә.) «Шайморатовсылар» булараҡ, “Башҡорттар китте һуғышҡа” йырын йырланы. Маликов Асҡар, халыҡ ижады өлгөләренән алынған йыр текстарын ҡулланып, класташтары менән таныштырҙы.

7д класы сығыштарын (тәрбиәселәре Ғафарова З.М.) «Арғымаҡ» төркөмө репертуарынан «Беҙ бергә» йыры менән башлап ебәрҙеләр,  “Бирешмә” йыры аша үҙҙәре менән таныштырҙылар.

Кисәнең иң яуаплы мәле – тантаналы  ант  биреү. Уҡыусылар  уҡытыусылары, дуҫтары, тәрбиәселәре алдында гимназист исемен лайыҡлы йөрөтөргә, әсә телендә аралашырға,башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәрен дауам итергә, төрлө йүнәлештә белем алырға, кешеләргә изгелек ҡылып, ғәҙеллек яғында булырға, һүҙ бирҙеләр. Кисә «Интернатым- пар ҡанатым»  йыры менән тамамланды.

 

 

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности