Йыһангирҙәр көнөндә “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” китабы авторы Гөлсирә Ғайсарова – Ғиззәтуллина менән осрашыу

12 апрель көнө, беҙҙең гимназияла башҡорт прозаһы тип аталған оло диңгеҙҙе сағыу тауышы, гәлсәрҙәй саф тамсылары менән һуғарған заманыбыҙҙың күренекле прозаигы, сығарылыш уҡыусыбыҙ Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән осрашыу уҙҙы. Яҙыусы, Рəми Ғарипов исемендәге беренсе һанлы интернат-мəктəпте тамамлағас, оҙаҡ йылдар республика матбуғатында хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа ныҡлап əҙəби ижад һəм профессиональ тəржемə менəн шɵғɵллəнə. Голландияла Амстердамдың Ирекле университетында тəржемə оҫталығын камиллаштыра. Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты булараҡ, һәр саҡ ижадта юғары уңыштарға өлгәшә: “Һəҙиə” əҫəре 2005 йылда башҡортса иң яҡшы роман, “Тормош шау сəскəлə” китабы 2008 йылда “Иң яҡшы йыл китабы”, шул уҡ йылда Мəхмүд Ҡашғариҙың тыуыуына 1000 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара хикəйəлəр конкурсында 1 урынға лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” исемле хикәйәһе “Ағиҙел” журналының 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән Мостай Кәрим исемендәге бәйгелә иң шәп проза әҫәре номинацияһында еңеп сыҡты.
Осрашыуҙа йәнле аралашыу рәүешендә барҙы, авторҙың “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” яңы китабы менән таныштыҡ, геройҙар яҙмышы, бөгөнгө йәшәйеш хаҡында борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләнек.
“Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нескә тойомлау менән һуғарылған хикәйәләр авторына ирҙәрсә ҡыйыу һүрәтләү һәм хис үткерлеге хас” тип яҙғайнылар уның тәүге китабына. Гөлсирә апайҙың хикәйәләрендә беҙ тормоштоң ҡаты дауылдары менән айҡашҡан замандаштарыбыҙҙы күрәбеҙ, ваҡыты менән ирҙәрҙән дә көслө була алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланабыҙ. “Бар ул ерҙә, бар ул мөхәббәт” тип хистәр даръяһына сумабыҙ. “Бәхет бар. Ул бына бында, беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә. Тик үрелеп кенә ал икән”, тип өшөгән йөрәктәребеҙҙе яратырға һәм яратылырға өйрәтәбеҙ. Ғәжәп йылы һәм ихлас әҫәрҙәре донъя күреп торһа, кешеләр ерҙә бәхет барлығын онотмаҫтар тип ышанабыҙ. “Шул уҡ йән ине” хикәйәһенең немец телендә яңғырауын Германия яҙыусылары һоҡланып ҡабул итә. Күренекле әҙиптәре “Беҙ бит әле тап шундай хикәйәләргә мохтажбыҙ”, тип белдерәләр. Д. Юлтый “Ҡан” романы аша башҡорттарҙың беренсе донъя һуғышына мөнәсәбәтен әҙәбиәттә сағылдырып ҡала алған икән, бөгөнгө заман ысынбарлығын башҡорт кешеһе күҙлеге аша күрһәтергә тейешмен, тигән һүҙҙәре уйландырҙы.
Яҙыусыларыбыҙ донъя буйлап гиҙә, әҫәрҙәре үҙ уҡыусыларын таба, йөрәктәребеҙҙе мәрхәмәтлерәк, бәхетлерәк тибеүгә өлгәшә икән һәм иң мөһиме – ейән-ейәнсәрҙәре башҡортса уҡый-яҙа, һөйләшә белә икән, тимәк башҡорт әҙәбиәте лә йәшәй тигән һүҙ. Гөлсирә Мирза ҡыҙына ижади уңыштар, илһамлы тормош, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ һәм яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности