3 март Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте.

3 март Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, сығарылыш уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Быйылғы лауреаттар:
– 1981 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ,
«Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы,
атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,мәғариф алдынғыһы
Юнысов Мирсәйет Ғүмәр улы,
-1980 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ,
«Йөрәк һүҙе» проекты авторы,
Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы. Уҡыусылыр араһында төрлө бәйгеләрҙә призерҙар һәм еңеүселәр булған 11-се класс уҡыуслары лайыҡ булды: Усманова Зөлхизә ,
Йәрмөхәмәтова Илгизә, Исхаҡов Илназ, Байсыуаҡов Айҙар , Фәтхелисламова Эльвина.Сара сихри ҡурай моңо аҫтында тыуған еренең, туған теленең, халҡының тоғро улы, бөйөк шәхесе Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яңғыратыуҙан башланды. Уҡыусылар алтынға тиң һүҙҙәрҙе йөрәктәргә үтерлек итеп еткерҙеләр. Тантана гимназияның ижади коллективтары сығыштары менән үрелеп барҙы.
Премия шағир Рәми Ғарипов хөрмәтенә һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында 1994 йылда булдырыла. Премия шағирҙың тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында фәнни хеҙмәттәр, уның традицияларын дауам иттергән әҫәрҙәр яҙған, милли мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы уҡыған, олимпиада, конкурстарҙа, спорт өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға бирелә.

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности