Оло юғалтыу кисерәбеҙ…

Яңы йылдың сатлама һыуыҡ 11 ғинуар кисе республика халҡына оло юғалтыу алып килде: Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны…Ил уҙаманына 88 йәш ине.
Завод станоктары артында хеҙмәт юлын башлап, юғары даирәләргә күтәрелгән ябай ауыл малайының яҙмышы – барыбыҙ өсөн дә тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө. Илебеҙ тормошонда иң һынылышлы мәлдә республика дилбегәһен үҙ ҡулдарына алып, Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең таянысы, аҡыл һәм сабырлыҡ менән эш итеүсе сәйәсмәне булып танылды ул. Ир-егеттең был донъялағы бурысы – халыҡ ғәме менән йәшәү, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү икәнлеген бар булмышы менән раҫлап, тарих тәгәрмәсенең алтын таяуы була белде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарихында ла уның исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған: тап уның етәкселегендә гимназия-интернат өр-яңы реконструкция кисерҙе, яңы уҡыу бинаһы, спорт комплексы төҙөлдө, уҡытыусылар коллективы торлаҡ менән тәьмин ителде, юбилей баҫмалары нәшер ителде. Был уның республика халҡына күрһәткән ҙур эшмәкәрлегенең бер тамсыһы ғына. Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа меңәрләгән уҡыу йорттары, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре, мәҙәниәт усаҡтары асылды, ҡалаларҙың заманса йөҙө формалашты, баҫыу-яландар мул уңышы менән ҡыуандырҙы. Шағир Фәнил Бүләков һүҙҙәрен һәр кем ихлас раҫлай ала:
Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ
Мәрхәмәт тулы ҡулын.
Ил уланы башын эймәй
Халҡына булды ҡалҡан.

Бәхил бул, Ил ағаһы! Һеҙ халҡыбыҙҙың терәк-таянысы, ҡаҡшамаҫ рухы булып торҙоғоҙ… Изге эштәрегеҙ һис онотолмаҫ! Беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, лайыҡлы йәшәргә, һеҙҙең кеүек хәстәрле һәм илһөйәр булырға, милләткә ышаныслы алмаш булырға ҡала. Мәңгелек йоҡоғоҙ тыныс булһын!

 

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности