Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы линейка

9 май – Бөйөк Еңеү көнө.

Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны фашизмдан ҡотҡарған яугирҙарбыҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ символына әүерелде.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Бөйөк Еңеү көнө иртәһе йыл да ялан кухняһын ойоштороу менән башлана. Йола буйынса, бөгөн дә гимназистар һәм хеҙмәткәрҙәр тәмле һалдат бутҡаһы менән һыйландылар.

Һалдат бутҡаһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Өфө ҡалаһы ҡала округының Янғын хәүефһеҙлеге идаралығына гимназия коллективы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Бөтә ил менән 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Ошо уңайҙан гимназияла тантаналы линейка үтте. Был тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ 1967 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ, «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордены менән наградланған генерал-майор Танғатаров Илгиз Ғәзиз улы һәм Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов саҡырылды.

Ҡунаҡтар үҙ телмәрендә фашизмды еңгән Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, уның миллионлаған ҡорбандар аша яуланыуын, баш особоҙҙағы күктең, илдең тыныслығы ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне.

Тантаналы линейка майҙанға байраҡты индереүҙән башланды, был мөһим сараны 10 класс егеттәре башҡарҙы.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы оло байрам менән ҡотлап гимназия директоры Сәлихов Илнур Рифат улы сығыш яһаны.
Линейка барышына Тимур Байбурин башҡарыуында шиғыр, Нүрзилә Хәсәнова һәм Иҙел Ҡудашев башҡарыуында «Торналар» йыры йәм өҫтәне.

9 май илебеҙ тарихында һәр Рәсәй ғаиләһе өсөн изге көн. Ул – 45-се йылдың яҙында тыуған еренә күптән көтөлгән еңеү килтергәндәрҙең хәрби дан һәм илһөйәрлек, фронт батырлығы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы, ҡаҡшамаҫ тотороҡлоҡ байрамы. Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямаған герой-һалдаттарҙың исеме хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Бәхетле киләсәк бүләк иткән ветерандарға дан һәм хөрмәт!
Күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс торһон!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности