9г класы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды

14 октябрь көнө гимназиябыҙҙың 9г-шайморатовсылар класы етәкселәре Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә барып, мобилизацияға эләккән егеттәргә посылкалар тапшырҙы.

Улар күңел йылыһы ҡушып әсәйҙәре менән бергә һалдаттарға йылы ойоҡтар, гигиена саралары (һабындар, теш пасталары, шампундәр), медикаменттар һәм доғалар һалып тегелгән бетеүҙәр әҙерләнеләр. Һалдаттарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, яҙыуҙары менән һүрәттәрен дә һалдылар.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҡыусыларҙы бай программа көтә ине. Тәүҙә улар Атайҙар көнөнә арналған акцияла ҡатнашып, һүрәт төшөрҙөләр, шиғырҙар ятланылар.
Артабан уҡыусыларға здание буйлап экскурсия ойошторолдо.

Сараның икенсе өлөшөндә шайморатовсылар спортсы, йәмәғәт эшмәкәре, еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы, Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова менән осрашты.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы уҡыусыларға үҙенең ғүмер юлы, төрлө һынауҙарға бирешмәүен һөйләне, спорт менән шөғөлләнеү тормошта ныҡ кәрәклеген, үҙеңдә төрлө сифаттарҙы үҫтереү мөмкинлеге барлығын да аңлатты. Депутат йәш шайморатовсыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуап бирҙе, файҙалы кәңәштәрен еткерҙе, Тыуған илде яратырға, уның үҫешенә үҙ өлөшөңдө индерергә саҡырҙы, иң ҡыҙыҡлы һорау биргән уҡыусыларға бүләктәрен дә тапшырҙы.

Уҡыусыларға бөйөк спортсы Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова менән осрашыу бик оҡшаны. Был күрешеүҙән улар үҙҙәренә күп файҙа алды, киләсәккә яҡты пландар ҡороп ҡайтты. Йома көндө изге эш ҡылып, яҡшы кеше менән осрашыу уҡыусыларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр, тип уйлайым. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған уҡыусыларым үҙҙәре лә, уларҙың ата-әсәләре лә афарин!

Тәрбиәүи әһәмиәткә эйә йөкмәткеле сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталованың ярҙамсыһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәре Азат Зәйнетдин улы Ҡасҡыновҡа 9г класы исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Р.Ғарипов ис. 1-се БРГИ -ның 9Г класы етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова

 

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности