Халҡына тоғро шәхес.

2 ғинуарҙа республикабыҙҙың билдәле шәхесе, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы Бейешева 90 йәшен билдәләне. Мәктәп-интернаттың 1950 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың класташы Ләлә апайҙы бөтә ғүмерен республикабыҙға хеҙмәт итеүсе, халҡыбыҙҙы аң-белемгә өндәүсе остаз, кәңәшсе, әңгәмәсе, уҡытыусы, журналист тип беләбеҙ. Оҙаҡ йылдар “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең рәйесе булды. Ул – Рәми Ғарипов, Зәйнәб Бейешева премиялары лауреаты, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Гимназия-интернаттың педагогик коллективы Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙын оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлай һәм иң изге теләктәрен юллай.

 

 

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности