“Гимназия ынйылары”

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында ижади саралар йыш уҙғарылып тора. Ошо сараларҙың иң көтөп алғандарының береһе – “Гимназия ынйылары”. Конкурста ҡатнашыусылар һәр береһе уникаль һәләткә эйә: кемдер өҙә баҫып бейей, кемдер яҙғы һандуғастай моңло итеп йырлай, кемдер һыҙҙырып башҡорт халҡының милли инструменты – ҡурайҙа уйнай.
Рухлы, матур байрам бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай бай һәм сағыу тарихлы уҡыу йортонда белем алыу бәхетенә ирешеүсе ғариповсылар сикһеҙ шат. Киләсәктә беҙ гимназиябыҙҙа булдырылған шарттарҙы файҙаланып, тырышып уҡып, булған һәләттәребеҙҙе үҫтереп, уңған, эшһөйәр, маҡсаттарына ирешеүсән шәхестәр булып, тыуған Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булырға яҙһын.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности