Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Афғанстан һуғышына арналған осрашыуҙар гимназиябыҙҙа йыл һайын үткәрелеп тора. Йәш кенә тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан 18-20 йәшлек егеттәрҙе Афганистанға хеҙмәт итергә ебәрәләр. Ҡулдарына мылтыҡ алып дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшәләр. Был һуғышта күпме ҡан һәм күҙ йәше түгелгән. Уларҙың түҙемлеген һәм батырлығын Ватаныбыҙ бер ваҡытта ла онотмай.
Ошо һалдаттарҙың береһе булып бөгөнгө осрашыуға саҡырылған ҡунағыбыҙ – Иршат Юнир улы Фәхритдинов. Ишембай районында тыуып үҫкән яугир бәләкәйҙән хәрби кеше булырға хыяллана һәм маҡсатына ирешә. Мәктәпте тамамлағас, Омск ҡалаһындағы хәрби училищеһына уҡырға инә. Иршат Юнир улы уҡыған йыдары тураһында балаларға һәйләп ишеттерҙе, уларға спорт менән дуҫ булырға өгөтләне, егеттәргә хәрби юлды һайларға кәңәш бирҙе. Афғанда хеҙмәт иткән йылдары тураһында һәйләүе балаларға бигерәк оҡшаны, тетрәндерҙе. Осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡ барҙы, гимназистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Ветераныбыҙ егеттәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, яҡшы билдәләренә генә уҡыуҙарын теләп хушлашты.