Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы төрлө сараларға бай.

Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы төрлө сараларға бай. 10 февраль гимназияның тамаша залында башҡорт телендә Квиз-уйындары үтте.
Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 12 февралдә үтәсәк тыуған көнөнә арналды. Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” сығыш яһай.
Уйында Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижадына ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Барыһы өс раундтан торған Квиз-уйын уҡыусыларға оҡшаны. Раундтар араһында тәнәфестә Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады тураһындағы сайттың презентацияһы уҙҙы.
💫Һөҙөмтәлә түбәндәге командалар еңеүсе тип табылды: 10е класс- 1-се урын, 10а – 2-се урын, 9б класы – 3-сө урын.
Афарин!

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности