Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған башҡорт традицион музыка ҡоралдарында башҡарыусылар араһында Бөтәй Рәсәй конкурсы үтте.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты коллективтары һөҙөмтәләр менән ҡыуандырҙы:
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө балалар ансамбле- II дәрәжәле лауреат
Етәксеһе- Вәсил Баймырҙин
«Аманат» өлгөлө этно-фолк ансамбле – l дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды.
Етәксеһе- Рәис Низаметдинов
Афарин! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
0