Янғын хәүефһеҙлеге аҙналығы

Ата-әсәләрҙең, өлкәндәрҙең күп ваҡыт өйҙә булмауы, балаларҙың оҙайлы ваҡытҡа үҙ аллы ҡалыуҙары, янғын хәүефһеҙлеге ҡәғиҙәләренә аҙ иғтибар бирелеүе – тап ошо  сәбәбтәр арҡаһында   янғын сығыу осраҡтарын барлыҡҡа килә. Балалар ҡарамағына өйҙә, дөйөм ятаҡтарҙа электр приборҙары, газ плиталары, шырпы һәм башҡа янғын сығыуға булышлыҡ иткән әйберҙәр ҡала. Үкенескә ҡаршы, мәктәптәр ҙә балаларға янғын  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре өйрәтеп, иҫкәртеп  торолһа ла  республикабыҙҙа янғын сығыу осраҡтары ишетелеп тора.

Һәр бүлмәлә, коридорҙа  балаларға күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә һәм эленеп тороуы яҡшы. Улар күрһәтелгән һандарҙы йыйып белгес кәңәштәре ярҙамында артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк.

01 – янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел, кеҫә телефонынан 101 һандарын йыйырға була. Шулай уҡ уны яҡындарға бер генә төймәгә баҫып шылтырата алырлыҡ итеп көйләп була, сөнки улар ғына баланы тынысландырып, нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтеп ярҙам итә ала.

Гимназиябыҙҙа электр приборҙары менән нисек  ҡулланырға, янғын сыҡһа нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында ла һөйләшеү, әңгәмәләр  алып барыла, инструктаждар үткәрелә.

Янғын  хәүефһеҙлегенә арналған  аҙналыҡ та бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте.

7-се кластар араһында  «Янғын хәүефһеҙлеге» һүрәт төшөрөү конкурсы бик дәррәү барҙы,  «Б» класы уҡыусыһы Шәйхисламова Нәркәстең төшөргән һүрәте иң йөкмәткелеһе тип танылды һәм I урын бирелде.

II-се урынды  7 «А» класы уҡыусыһы Солтанова Рәмзиә һәм  7 «Б» класынан Зәйнуллина Ильмира яуланы.

III-сө урынды  7 «А» класы уҡыусыһы   Әйүпова Айһылыу , «В» класынан Аҡбулатова Азалия , «Г» класынан  Мусин Ислам   бүлештеләр.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности