ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН!

Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!

Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған, ҙур еңеүҙәр килтергән 2020 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһын, тылсым бүләк иткән Яңы – 2021 йыл киләсәк.
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙға Яңы йылда уҡыуығыҙҙа, спорт, фән һәм ижад өлкәләрендә ҙур уңыштар, ынтылыштар, еңеүҙәр, изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр! Яңы йыл һеҙгә тик яҡтылыҡ, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныс алып килһен!
Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Иң изге теләктәр менән
гимназия-интернат директоры
Илнур Рифат улы Сәлихов

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности