Һанлы ресурс Рәми Ғариповтың ижади мираҫын һәм биографияһын виртуаль һаҡлау урынына әүереләсәк. Шағирҙың ижадына, тормошона арналған ғилми мәҡәләләр, китаптар, уның башҡа телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре лә ҡуйыласаҡ. Мәғлүмәттәр йыйыу артабан да дауам ителәсәк, сайт тулыланасаҡ. Бығаса баҫылмаған тәржемәләре лә донъя күрәсәк.
Ссылка на сайт: https://ramigaripov.ru
0