4 — 27 ноябрь Өфөлә башҡорт телендә Аҫылташ парламент дебаттары чемпионаты уҙғарыла.
Башҡорт телендәге «Аҫылташ» дебат уйындарының ойоштороусылары — Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы, «Новые Люди» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Проект Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Әлеге көндә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернатында, 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында һайлап алыу туры уйындары үтте.
Ҡатнашыусыларға үҙ фекерен яҡлау еңелдән булмаһа ла, уйындарҙың темаһы улар өсөн бик яҡын булды — дебаттар өсөн туранан-тура мәктәп тормошона бәйле темалар һайланды.
Һәр турнирҙа еңеүселәр – финалға сығыусылар билдәләнде. Улар чемпионаттың финал уйындарында бер-береһе менән ярышасаҡ.