Республикала “Йәйге Шайморатов уйындары” ойошторолдо.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының йәш шайморатовсылары еңеүселәр рәтенә инде.
Ярыштар программаһы сараларға бай булды. Командаларға йүгереү, һикереү, үрмәләү һәм тәкмәсләү кеүек еңел булмаған конкурстар тәҡдим ителде, уларҙа тапҡырлыҡ һәм зирәклек күрһәтергә кәрәк ине. Был мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла бик көсөргәнешле барҙы. Уҡыусылар үҙҙәренең тиҙлеген, етеҙлеген һәм зирәклеген, берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтте.
Үҙебеҙҙең йәш шайморатовсыларҙы уңышлы сығыш яһауҙары, бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Афарин!
1+