Таланттарға ҡанат ҡуйған сара

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында “Гимназия ынйылары” исемле күркәм байрам үтте. Сара гимназистарҙың һәләтен асыуға, халыҡ араһында танытыуға йүнәлтелгән. Кемдер халыҡ уйын ҡоралдарында, икенселәр йыр-бейеүгә әүәҫ булыуын күрһәтте. Уларҙы сара алдынан һайланған абруйлы жюри ағзалары ла баһаланы.Жюри ағзалары:Баймырҙин Вәсил Ришат улы, Хисаметдинова Светлана Радик ҡыҙы, Мортазина Эльвира Тайфур ҡыҙы, Ишмөхәмәтова Элина Рәфис ҡыҙы. Класташтарын, тиҫтерҙәштәрен ҡеүәтләр өсөн тамашасы залы тотош гимназистарҙы бергә йыйҙы. Алма төшөрлөк тә урын ҡалманы, тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Һәр сығыш көслө алҡыштар менән оҙатыла барҙы. Сара ҡатнашыусылары тулҡынланыуҙарына ҡарамаҫтан, байрамса кәйеф тантана итте.Был сараны сәхнәгә әҙерләп сығарҙылар: Шәрәфетдинова Таңһылыу Хакимйән ҡыҙы, Әминева Рәйлә Әхтәм ҡыҙы , музыкаль яктан биҙәне Яхина Минзәлә Гәббәс ҡыҙы. Сәхнәнән килгән дәртлелек тамашасыларҙы ла йырлатты, хатта бейетте лә. “Гимназия ынйылары” быйылғы еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланды.
Бейеү:
Гран-при – Уразбахтин Айсыуак 10 Д
1. Юлдашбаева Адиля 10Е
2. Закирова Айлина 7В
3. Харрасова Сафия 9А
3.Байсыуаков Данил 10А
Йыр:
Гран-при-Хәсәнова Нурзилә 10Д
1. Әлибәкова Әсилә 7А
2. Ғилметдинова Миләүшә 7Д
3. Кәбиров Тимерхан 8А
3.Төркөм:
Килдейәрова Эмилия 8Б
Локманова Динә 11Г
Нишанова Алтынай 7Б
Милли-корал :
Гран-при – Мәзитов Иҙел 8 А
1.Котлобаев Алмаз 7А
2. Хәлитов Ғайсар 8Б
3. Илекәйева Әминә 10Е
3. Үҙенбаев Ильяс, Садиков Эрик
Барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.”Гимназия ынйылары” үҙ исемен аҡланы.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности