Уҙған аҙнала 7А класы уҡыусылары ( Тәрбиәсе- Ф.А.Абдулова) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында булды. Уҡыусыларға башҡорт халҡының рухи мәҙәни ҡомартҡыһы- ” Урал батыр” спектаклен ҡарау бәхете тейҙе. Спектаклгә тиклем,театрҙың музейы,кейем,декорация цехтары,сәхнә менән танышыу уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Сәй өҫтәле артында күңелле һөйләшеү дауам итте. Ошо фәһемле осрашыуҙы ойошторған, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәхмәтов Фәнис Вәкил улына уҡыусылар ҙа,ата- әсәләр ҙә үҙ рәхмәттәрен еткерҙеләр.
0