Беҙҙә ҡунаҡта билдәле блогер, мотиватор, тренер, дөрөҫ туҡланыу буйынса белгес Гөлфиә Мөхәмәтдинова булды. Уҡыусыларға сәләмәт тормош тураһында лекция үткәрелде.
«Сәләмәтлекте, тышҡы һәм эске матурлыҡты яулап алырға һәм уның өсөн көрәшергә кәрәк.Сәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү мөһим:көндәлек режим, даими физик күнегеүҙәр, сынығыу. дөрөҫ туҡланыу»,- тине блогер.
Иң мөһиме- туҡланыу мәсьәләһенә етди ҡарарға кәрәклегенә өндәне.
1+